Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2022, 12:00

Алтынсы автобус бынан ары "Планета"ға ла инәсәк

Өфөлә Сипайлово менән Телеүҙәк араһында йөрөгән 6-сы маршрут автобусы "Планета" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә лә инә башланы. Был маршрутты ,,Башавтотранс,, халыҡтың мөрәжәғәтен иҫәпкә алып үҙгәртте.

Алтынсы автобус бынан ары "Планета"ға ла инәсәк
Алтынсы автобус бынан ары "Планета"ға ла инәсәк

Был яҡшы яңылыҡты бөгөн, 24 марта, Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуында һөйләнек.

Тағы ла бер яҡшы хәбәр. “Приуралье” идаралығы мәғлүмәте буйынса, Сәрмәсән йылғаһы аша яңы күпер быйыл йәй миҙгелендә асыу күҙаллана. Был халыҡты борсоған тығындар проблемаһын хәл итәсәк.

Тәүлек эсендәге статистика тураһында. Башҡортостан халҡын айырыуса юл темаһы борсой (119 мөрәжәғәт). Икенсе урында мәғариф темаһы (100). Өсөнсөлә - иҡтисад һәм бизнес темаһы (87 хәбәр).

Бар мәғлүмәттәр - эштә һәм контролдә тотола.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: