Кисәге осрашыуҙа Радий Хәбиров Ксения Шойгуны менән "Патриот" хәрби-патриотик паркы төҙөлөшө менән таныштырҙы. Был проект республика өсөн бик мөһим булып тора.
БР Башлығы аҙаҡтан "Геройҙар уҙышы" минең күптәнге хыялым булып тора тип белдерҙе. Ул үҙе лә шундай ярышта ҡатнашҡан булған. "Патриот"та ҡороласаҡ ҡаршылыҡтар һыҙаты ике өлөштән торасаҡ. Тәүгеһе 5 саҡрымға һуҙылған, 25 ҡаршылығы бар. Унда балалар һәм үҫмерҙәр көс һынашасаҡ. Икенсе һыҙатта иһә өлкәндәр 5-8 саҡрым арала һыу ятҡылыҡтары, соҡорҙар аша үтеп ярашысаҡ. Бында күмәк кеше ҡатнашлығында спорт саралары, чемпионаттар уҙғарып та буласаҡ.
Трассаның дөйөм оҙонлоғо 10-12 саҡрымға етәсәк. Ул РФ Спорт министрлығының талаптарына яуап бирә һәм шуға ла спортсылар рәсми рәүештә шөғөлләнә һәм ярыша аласаҡ.
2 саҡрымға тиклемге һыҙат 6-12 йәшлек балалар өсөн ҡороласаҡ, унда 15 ҡаршылыҡ ҡуйыласаҡ.