Уның был изге эштә ҡатнашыуын ғаиләһе лә хуплаған.
– Март башында Өфөгә Донецкиҙан Головиндар ғаиләһе килгәйне. Уларҙы яҡындары ҡаршы алып, урынлаштырҙы. Улар «Беҙҙең хәстәрлек» колл-үҙәгенә шылтыратып, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, көнкүреш химияһы менән ярҙам итеүҙәрен һорағайны. Беҙ бөтә нәмәне алып барып тапшырҙыҡ», – ти ирекмән.
Виктория Головиндар ғаиләһе республикаға 6 мартта килгән. Ханым һөйләүенсә, улар Өфөлә 18 йәшлек улы Александр менән булғандары бар.
– 2014 йылда беҙгә Донецкиҙан китергә тура килде. Ул саҡта ирекмәндәр беҙгә ярҙам итте. Аҙыҡ-түлек килтерҙеләр, кәрәк-яраҡтар менән тәьмин иттеләр. Был юлы ла мин уларға мөрәжәғәт иттем дә инде. Улар шунда уҡ яуап бирҙе. Беҙҙең һауыт-һабабыҙ: тәрилкә, көрөшкә, кәстрүлдәр юҡ ине. Партия ирекмәндәре кәрәкле аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре һәм кухня кәрәк-яраҡтары алып килде – хәҙер бөтәһе лә бар. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Был бик кәрәкле ярҙам», – ти Виктория.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» проекты кураторы Гөлшат Мөхәмәтшина Виктория Головинаның партияның колл-үҙәгенә гуманитар ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүен билдәләне.
– Тыуған йортонан ситкә китергә мәжбүр булған ғаиләләр ирекмәндәр үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Башлыса аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүҙәрен һорайҙар. Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары халҡына йәмәғәт ярҙамы штабында аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш химияһы тултырылған пакеттар йыйылды. Головиндар ғаиләһенә бирҙек. Шулай уҡ республикала йәшәүселәрҙән ярҙам тураһында тәҡдимдәр менән шылтыратыуҙар килеүен дауам итә», – ти Гөлшат Мөхәмәтшина.
Фото: Т. АМАНОВ.