Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Март 2022, 18:45

Тауарға хаҡты һатыусынан белешергә ҡушалар - был законлымы?

Юҡ. Һәр тауарҙың хаҡы аныҡ күрһәтелергә тейеш.

Тауарға хаҡты һатыусынан белешергә ҡушалар - был законлымы?
Тауарға хаҡты һатыусынан белешергә ҡушалар - был законлымы?

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы аңлатыуынса, сауҙа ойошмаһы һәр тауарҙың хаҡын аныҡ билдәләргә тейеш. Был һатып алыусыға һайлау мөмкинлеген бирә.

Тауар тураһындағы белешмәлә нимә булырға тейеш: 
 
-Тауарҙың атамаһы; 
-Бер берәмек тауар йәки бер үлсәү берәмеге хаҡы. Хаҡ мотлаҡ һумдарҙа күрһәтелергә тейеш. 
 
Әгәр ҙә белешмәлә күрһәтелгән хаҡтан юғарыраҡ сумма буйынса иҫәпләшеүегеҙҙе һораһалар, магазин хакимиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. 
Әгәр ҙә тауар өсөн хаҡ түләгәндән һуң, һеҙҙән күберәк аҡса алғандарын аңлаһағыҙ, шунда уҡ дәғүә белдереп, хаҡ айырмаһын ҡайтарыуҙарын һорағыҙ. 
 
Хоҡуғығыҙ боҙолһа, йәшәгән урынығыҙ буйынса Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Шулай уҡ 8 (800) 555-49-49 номерын йыйып ҡыҙыу телефон буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин (шылтыратыуҙар бушлай).

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: