Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2022, 12:08

"Ҡыуандырабыҙ" - юлға хаҡтар артыуы мөмкин

Башҡортостанда йәмәғәт транспортында юл хаҡының артыуы ихтимал.

"Ҡыуандырабыҙ" - юлға хаҡтар артыуы мөмкин
"Ҡыуандырабыҙ" - юлға хаҡтар артыуы мөмкин

Башҡортостанда йәмәғәт транспортында юл хаҡының артыуы ихтимал.

- «Алға» картаһы - 28 һум; 
 
- ҡулаҡса йәки банк картаһы - 33 һум;

- экспресс режимында эшләгән маршруттарҙа — 40 һум. 
 
Ҡала яны һәм муниципаль-ара бәйләнештә хаҡ юлдың бер саҡрымы өсөн 3,3 һумдан сығып билдәләнә. Ҡала-ара бәйләнештә бер багаж урыны — 27 һум. 
 
Яңы хаҡтарҙың апрель айында ғәмәлгә инеүе мөмкин. 

Әле «Алға» картаһы менән юл хаҡы — 24 һум, ҡулаҡса һәм банк картаһы менән 29 һум тора.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: