Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2022, 10:25

ЦУР нимә хәбәр итте?

Бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына башҡорт телендә - 99-сы, рус телендә - 100-се тура бәйләнеш!

ЦУР нимә хәбәр итте?
ЦУР нимә хәбәр итте?

Ысынында, эш көнө иртәһен беҙ “Сәләм”һеҙ күҙ алдына ла килтермәйбеҙ! Республика халҡын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам иткән, ошо хаҡта һөйләгән һәм яҙған коллегаларыбыҙға рәхмәтлебеҙ.

Кесаҙна иртәһенә ниндәй хәлдәр бар? Халыҡты иҡтисад (65 хәбәр), юлдар (56) һәм һаулыҡ һаҡлау темалары борсой (48).

11 класс уҡыусылары сығарылыш имтихандарына әҙерләнә. 2022 йылдың 26 мартында Башҡортостанда “Атай-әсәләр өсөн берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу көнө. Бергә тапшырабыҙ” бөтөн Рәсәй акцияһы үтә. Унда һәр теләгән атай-әсәй ҡатнаша ала. Улар балалар менән бергә Берҙәм дәүләт имтиханы көнөндә буласаҡ юлды үтәләр. Акция шарттары: https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/435908/

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: