Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2022, 07:00

“Ҡыҙым мине ғәфү итмәне”

Кисәнән бирле палаталаш күршемде күҙәтәм. Дөрөҫөрәге, күҙәтергә мәжбүрмен. Дауаханаға “Тиҙ ярҙам” машинаһы менән килтерҙеләр ҙә, ике сәғәт буйы һуҡыр эсәккә операция яһанылар.

 “15 минутҡа ғына һуңлаһағыҙ ҙа хәлегеҙ ҡурҡынысыраҡ булыр ине”, – тип йыуатҡан булды табип. Тик операция урыны һыҙлау һәм йәмле йәй көнөндә файҙаһыҙға карауатта ятыу тамам күңелде төшөрҙө. Ашығыс рәүештә килгәс, бер шөғөл табып булмай: ауыртыу алҡымдан алған саҡта китап, телефонға зарядник, ҡағыҙ-ҡәләм ҡайғыһы булманы шул. Иртәгә өйҙән берәйһе хәл белергә килһә, һорарға кәрәк булыр. Юғиһә телефоным да “үлергә” генә тора. Хәҙергә инде йә түшәмдәге таптарҙы һанайым, йә палаталағы Сания әбей менән уны ҡараған ҡыҙын күҙәтәм. Килене булыуы ла мөмкин. Сөнки мөнәсәбәттәре сәйер. “Әллә үгәй әсәһеме икән?” – тип тә уйлап ҡуйҙым. Тик кеше үгәйҙе улай матур тәрбиәләмәҫ ине...

Эйе, әбейҙе матур тәрбиәләй. Уны умыртҡа һөйәге йәрәхәте менән кил­тергәндәр. Башта йөрөй ҙә алмаған икән. Тәрбиә, ҡиммәтле дарыуҙар, ҙур сығым талап ителгән дауалау процедуралары ярҙамы менән аяҡҡа баҫҡан. Тик һаман да ятһа – тора, торһа, ята алмай икән. “Ике ай минең менән яфалана...” – тип ҡуйҙы кисә күршем. Иртәнсәк йоҡонан тороуға ҡыҙы 3 – 4 төрлө ризыҡ, йыуылған кейем-һалым тейәп килеп етә. Иртәнге ашты ашатҡас, әсәһен процедураларға йөрөтә, бәҙрәфкә алып бара. Төшкө аштан һуң йоҡларға һала ла, ҡабат ҡайтып, йорт мәшәҡәттәре менән була. Киске ашҡа тағы ла килеп етә. Аштан һуң әсәһен йыуындыра, массаж яһай, кейемен алмаштыра. Шәкәр диабеты менән ауырыған әбейгә дауахананың шәкәрле, майлы ризыҡтары ярамай икән. Тәрбиә бар ҙа бит, “балам”, “әсәй” тип ара­лаш­һалар ҙа, икәү араһында күңел йылылығы һиҙелмәй. Оло кешегә кәрәкле һөйләшеү ҙә юҡ.

– Эй, балам, минең менән йонсойһоң инде. Әллә берәй шәфҡәт туташын ғына яллайһың да ҡуяһыңмы? Йорт эштәренә лә үҙең, ауыр бит. Атайыңа ла тәрбиә кәрәк...

– Ҡуй әле, ниндәй арыу инде! Минең йәштә... Атай ни, өйҙә телевизор ҡарап тик ултыра. Уға ниндәй тәрбиә кәрәкһен.

– Исмаһам, ҡайтыуыңа баҡсаға һыу ҡойоп тормаймы? Бер эшең кәмер ине.

– Лутсы тығылмаһын. Барыбер артынан ҡабат эшләргә кәрәк, – ҡыҙы артыҡ һөйләшергә теләмәй.

– Гел бешеренеп йөрөгәнсе, әллә уколға күсәйем дә ҡуяйыммы? Йонсомаҫ инең. Ул саҡта шәкәрлене лә ашарға ярай, тиҙәр.

– Әсәй, был турала күптән һөйләштек бит инде! Былай ҙа дарыуҙар менән орга­низмың ҡаҡшай. Инсулин ғына ҡал­мағайны, – ҡатын, ҡыҙып китеүен тойоп, шымып ҡалды. Үҙе тик ултыра белмәй: еүеш сепрәк алып, тәҙрә төбөн, тумбаны һөртә башланы. Минең таҫ­тамалды ла рәтләп ҡуйҙы, һауыт-һабамды йыуҙы. Палата тынды. Улар һөйләшмәгәс, мин нимәлер һорашырға ҡыйынһындым.

Шулай ҙа ҡайтырға йыйына башлағас, әсәһе тағы һүҙ ҡушты:

– Шәүрә, балам, шәфҡәт туташы яллағың килмәһә, һеңлең менән һөйләш әле. Исмаһам, ул берәй аҙна мине ҡарап, һине ял иттерһен...

– Миңә ял кәрәкмәй. Нимә, насар ҡа­райыммы әллә?

– Насар, тимәйем бит. Ял ит. Ана, күрше Ғәлиә Сочиға йыйына ине. Уның менән бергә барып, донъя күреп ҡайт...

– Кәрәкмәй. Күрмәгәнем диңгеҙ тү­гелдер әле. Ә Рәсимә һеңлемә килгәндә, кисә генә һөйләштек. Ҡарай алмай ул һине. Үҙенең хәле үҙенә саҡ: ҡартайып барғанда тағы бер бәпәй алып ҡайтырға булған. Анализдары насар, уны ла дауаханаға һалалар.

– Ай, Аллам... Кейәү менән балалар нимә эшләр икән?

– Кейәүеңде белмәйем, кеше ирен тәр­биәләп ултырмам инде. Ә балаларҙы үҙебеҙгә алып ҡайтырмын...

– Тағы һиңә мәшәҡәт...

– Ярай, үлмәҫмен... Мин ҡайттым, бына стакандар менән һыу, ҡатыҡ ҡуйҙым. Эскең килһә, асыҡһаң, үрелеп кенә ал...

Уларҙың ошондай дорфараҡ, ҡырыҫ һөйләшеүе көн дә ҡабатланып торҙо. Шәүрәнең йөҙөндә бер ҡасан да йылмайыу күргәнем юҡ. Миңә түгел, хатта әсәһенә лә ихласлап һүҙ ҡушмай. Ә мин инде әсәйем менән, ғәҙәттәгесә, көн һайын 2 – 3 тапҡыр шылтыратып, яртышар сәғәт һөйләшәбеҙ. Район үҙәгенән алыҫта йәшәгәс, аҙнаһына бер генә килеп китә. Шуға хәбәребеҙ күп.

– Бына бит, әсәйең ҡалай бәхетле һинең. Бөтә эс сереңде һөйләп тораһың, рә­хәтләнеп көлөшә-көлөшә аралаша­һығыҙ, – бер көндө Сания әбей түҙмәне, эсендәге зарын сығарырға булды. – Ә бына беҙ Шәүрә менән улайтып ихласлап һөйләшә алмайбыҙ. Арабыҙҙа емерел­мәҫлек кәртә тора. Бер-беребеҙҙе аңлай ҙа, ғәфү итә лә алмаясаҡбыҙ...

– И-и-и, инә-әй, һаулыҡ булһын! Алда ғүмер булһа, мотлаҡ аңлашырһығыҙ, яҡынайырһығыҙ. Минең дә әсәйем менән бер-беребеҙҙе аңламаған саҡтар булды. Күп ыҙаланды минең менән, йылдар үтә килә генә уның кисерештәрен аңланым. Үтә лә аҡылһыҙ булғанмын... – нисек тә булһа күршемде йыуатырға тырыштым.

– Әсәйҙәр кисерә ул. Шуның өсөн дә әсәй улар... Ә беҙҙең хәл икенсерәк шул. Шәүрә алдында үҙем ғә­йеплемен. Һәм ул ғәйеп кисерерлек түгел. Күрә алмай, яратмай ул мине. Шул уҡ ваҡытта ташлап та китә алмай – намыҫы ҡушмай. Алты йыл ҡайтҡаны юҡ ине, ауырыуымды ишетеү менән күсте лә ҡайтты. Бер йортта ете-ят булып йәшәйбеҙ инде. Хәйер, минең дауахананан баш сыҡмай.

– Ғәфү итмәҫлек хата булмай. Ваҡыт үтеү менән барыһы ла онотола...

– Ә беҙҙең осраҡта кире­һенсә: ваҡыт үтеү менән яралар тәрәнәйә генә бара. Барыһына ла үҙем ғәйепле шул. Баламдың бөтөн тормошон боҙҙом...

– Яҡшылыҡ теләгәнһегеҙҙер бит?

– Мин теләнем дә бит. Тик ул үҙе теләгән юлдан китә алманы. Тәүҙә һөнәр һайлаған саҡта үҙ теләгемде көсләп таҡтым. Бала саҡтан табип булырға теләнем. Тик уҡырға мөмкинлек булманы, ғүмер буйы мәктәптә иҙән йыуҙым. Шуға ла ҡыҙҙарымдың икеһен дә уҡытырға, кеше итергә тырыштыҡ. Шәүрә бәләкәйҙән, уҡытыусы булам, тип хыялланды. Ә мин, уҡытмаһам да, ҡырҡ ата балаһы менән эшләүе еңел түгеллеген беләм бит. Ҡырҡа ҡаршы төштөм. “Аҡ халатта йөрөрһөң, йылыла ултырырһың, эш хаҡы күп булыр”, – тип көсләшеп, медицина университетына уҡырға ебәрҙем. Алты йыл уҡып, диплом алды ла: “Күңелең булғандыр, әсәй, уҡыным. Тик мин кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ алырға теләмәйем. Сөнки бер нәмә лә белмәйем. Күңелем дә ятмай. Һин әйткәнгә генә уҡыным”, – тине. Ситтән тороп биология һәм химия факультетын тамамланы ла, мәктәптә эшләне. Алты йылың әрәм бит, ти торғайным. Хәҙер килеп бөтә ғүмере әрәмгә үтә. Беҙҙән өй аша ғына Исламовтар йәшәне. Оло улдары Роберт менән Шәүрә мәктәп йылдарында уҡ дуҫлашып йөрөнө. Аталарына һүҙ юҡ, арыу кеше. Ә бына әсәләре эскесе, хаяһыҙ ҡатын булды. Тегеләй-былай йөрөгән ирҙәр менән дә уйнаш итә, тинеләр. Тәүҙә, балалыҡ хисе тип, дуҫлыҡтарына иғтибар итмәнем. Ә аҙаҡ тойғолары тәрәнәйгәйне. Ҡыҙ уҡып йөрөй, Роберт, үҙебеҙҙәге СПТУ-ны тамамлап, юл төҙөлөшө ойошмаһында эш башланы. Шәүрә башҡа егеттәр менән аралашмай. Ә ялға ҡайтһа, көнө-төнө тигәндәй ҡапҡа төбөндә икәү шырҡ-шырҡ киләләр. Бер көндө кесе ҡыҙым Рәсимә: “Роберт ағай Өфөгә, Шәүрә апай янына күсеп барасаҡ. Бөгөн шул турала һөй­ләштеләр”, – тип ысҡындырҙы. Тәүҙә ҡыҙҙы, уҡып бөтөргә, эшкә урынлашырға кәрәк, тип әрләнем. Аҙаҡ Роберттың өйөнә барҙым. Әсәһе иҫерек ята ине, атаһы өйҙә юҡ. “Шулай итеп, Өфөгә барырға йыйы­наһың инде? Ә минең иркәләп, ел-ямғыр тейҙермәй генә үҫтергән балама ниндәй тормош вәғәҙә итә алаһың? Ошо йортҡа, эскән әсәйең янына алып ҡайтаһыңмы? Ул бит минең түгел, хатта атаһының иҫерек сағын күргәне юҡ! Әллә уның янына барып, беҙҙең иҫәпкә йәшәмәксеһеңме?” – тип һүҙ башла­ғай­ным, егет тыныс ҡына итеп: “Аңланым, апай”, – тине. Башҡаса беҙҙең тирәлә күренмәне. Шәүрә күҙгә күренеп бойоҡто, күңелһеҙләнде. Һин әйтмешләй, ваҡыт – дауа, тинем дә артыҡ иғтибар итмәнем. 33 йәшендә саҡ кейәүгә сыҡты. Ә Роберт Себер тарафтарына китеп, эшкә урынлашты ла, шунда ғаилә ҡорҙо.

Шәүрәнең тормошо яйға һалынды кеүек ине. Һеңлеһенән күпкә һуңға ҡалып кейәүгә сыҡты, 35 йәшендә саҡ әсә булыу бәхетен татыны. Кейәү арыу кеше ине, мәктәптә бергә эшләгәндәр. Өфөлә йәшәһәләр ҙә беҙгә йыш ҡайтып йөрө­нөләр. Ейәнсәребеҙ Альбинаға алты йәш тулған йәйҙә лә ғаилә менән ҡайтып төштөләр. Йортта ҙур ремонт башлап ебәрҙек. 

Бер көндө күрше ауылда йәшәгән әхирәтем үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Әсәләре ҡаршы булһа ла, аҙыраҡ ял итер, мунса инер тип, Альбинаны ла үҙем менән алып киттем. Йығылырымды белһәм, һалам түшәр инем, тиҙәр бит. Бәлә килерен белһәм, көсләшеп тормаҫ инем. Кемдән тыуған – шул аҫраһын, тип бушҡа әйт­мәйҙәр икән. Ә ул саҡта ярҙам итергә уйлағайным. Барған көндә барыһы ла яҡшы булды: ҡунаҡ, мунса, балалар ҙа рәхәтләнеп уйнап кинәнде. Икенсе көндө әхирәтем баҡсаһынан ҡарағат йыйып алырға тәҡдим итте. Күмәкләп эшкә тотондоҡ. Бер аҙҙан балалар ялҡып, урамға сығып уйнай башланы. Тауыш-тын булмағас, уларға артыҡ иғтибар итмәнек. Бер заман әхирәтемдең ейәне шарылдап илап ҡайтып инде: “Альбина менән Илгизә урамдағы соҡорға йығылып төштө! Илгизә илай, аяғым ауырта, ти. Ә Альбина йоҡлап тик ята...”

Ҡарағатлы күнәк баҡсала аунап ҡалды, беҙ урамға йүгерҙек. Һыу торбаһына тип ҡаҙылған соҡор янына кешеләр йыйыла башлағайны инде. Бер егет  һикереп төштө лә, тәүҙә илай-илай һыны ҡатҡан Илгизәне сығарҙы. Альбинаны күтәреп алам тип һонолдо ла, ҡапыл тертләп китте. Кешеләр араһынан кемдер: “Үлгән булһа, урынынан ҡуҙғатма. Полиция килгәс, тикшерергә кәрәк булыр”, – тине. Егет соҡорҙан сыға башлағас ҡына ейәнсәремдең үлгәнлеген аңланым. Уға тиклем иҫһеҙ генә ята тип өмөтләнә инем. Йән көскә ҡысҡырып ебәргәнемде беләм, артабан йығылған­мын. Дауаханала уянып киттем. Хәлем ауыр ине, ерләргә лә ҡайта алманым балаҡайымды.

Өйгә ҡайтҡанда Шәүрә менән кейәү Өфөгә киткәйнеләр. Һөйләшергә теләп, ғәфү үтенеп, әллә күпме шылтыраттым. Оҙаҡ телефонын алманы. Ә алғас:

– Әсәй, һин ниңә миңә гел ҡайғы, һынау ғына килтерәһең ул? Шул тиклем күрә алмайһыңмы? Артыҡ булһам, тапмаҫҡа ине! – тип ҡысҡырҙы ла трубканы ташланы. Алты йыл ҡайтманы ауылға. Унда-бында атаһы, һеңлеһе менән генә һөйләшеп торҙо. Хәлдәрен улар аша белдем. Кейәү менән айырылғандар. Ул да баланың үлемен минән күрҙе. Берҙән-бер бала­һының үлемен, ире менән айырылыуын нисек үткәргәндер – белмәйем. Миңә бер нәмә лә һөйләмәй. Атаһына ла.

Шәүрә мине ҡарарға ҡайтҡас, тәүҙә ғәфү үтенергә теләп, һүҙ башлап ҡараным ул. “Был темаға ҡағылмайыҡ. Онотолһон!” – тип кенә ҡуйҙы. Тик онотоламы һуң?! Ауыр йөк булып күңелдә ята, йөрәкте кимерә. Әллә күпме ҡайғы килтергән балам ҡулына ҡарап ултырырмын тип тә уйламағайным. Ә ул, һәр ваҡыттағыса, өнһөҙ генә иңенә төшкәнде йөкмәп йәшәп ята. Зарланмай ҙа, иламай ҙа, әрләмәй ҙә. Эмоцияларын сығарһа, еңелерәк булыр ине лә бит... Бәлки, берәй ҡасан ғәфү ҙә итер. Тик мин үҙемде үҙем ғәфү итә алмайым...

Сания әбей менән ул төндө йоҡоһоҙ үткәрҙек. Ә иртәнсәк ҙур пакет менән таҙа кейем, төрлө-төрлө ризыҡ күтәреп ингән Шәүрәгә мин икенсе күҙ менән ҡарай инем. Йәлләп түгел, һоҡланып. Әсәһе алдында бурысын онотмаған, уға ҡарата хөрмәтен юғалтмаған өсөн.

                                Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: