Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2022, 04:11

Иҡтисадты һаҡлап ҡалыу – төп маҡсат

Радий Хәбиров «Ростех» корпорацияһы етәкселәре менән осрашты.

Иҡтисадты һаҡлап ҡалыу – төп маҡсат
Иҡтисадты һаҡлап ҡалыу – төп маҡсат

Кисә Мәскәүҙә «Ростех» дәүләт корпорацияһының ведомство-ара комиссияһы ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

«Авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков һәм башҡа етәкселәре менән беҙҙең предприятиеларҙың артабанғы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләштек. Ҡатмарлы осорға аяҡ баҫабыҙ, юғары технологиялы ҡорамалдарҙы, материалдарҙы ҡайтарыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп тыуырға мөмкин. «Ростех»тың Башҡортостандағы предприятиеларын ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Әлбиттә, беҙ уларҙың финанс-иҡтисади хәлен күҙәтеп торабыҙ.

Ғөмүмән, 2022 йылға ҡуйылған бурыстар һәм пландар һаҡланырға тейеш, бер генә инвестиция программаһы ла туҡталып ҡалырға тейеш түгел. Һуңғы йылдарҙа санкциялар ҡыҫымы, пандемия сикләүҙәре күп нәмәгә өйрәтте. Беҙҙә хәҙер импортты алмаштырыу бурысын үҙ өҫтөнә алған предприятиелар ғына ҡалды.

Иң төп ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе – «Ростех» һәм «Газпром» ярҙамында газ һурҙырыу агрегаттарын етештереүҙе яйға һалдыҡ, улар сит илдән килгән ҡорамалды алмаштыра. Бер нисә йылда юғары технологиялы станоктар етештереүҙе тергеҙҙек, был йәһәттән «Станоктар эшләү» ғилми-етештереү берекмәһе маҡтауға лайыҡ», – тип яҙҙы социаль селтәрҙә республика етәксеһе.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: