-4 °С
Ҡар
Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов «Рәсәй 1» телеканалы эфирында пенсия һәм инфляция хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ил властары инфляцияны даими күҙәтеп барасаҡ һәм социаль түләүҙәр тотҡарланыуға юл ҡуймаясаҡ.
«Пенсионерҙар – ил етәкселегенән айырыуса иғтибар көткән кешеләр. Шуға күрә беҙ хаҡтарҙың артыуына бәйле осраҡтарға етди иғтибар бирәсәкбеҙ. Әлбиттә, бындай шарттарҙа хаҡлы ялдағыларҙы яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ», - тине ул.
Финанс министрының һүҙҙәренсә, халыҡты иң кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеүгә бюджетта аҡса етә. Был йәһәттән Үҙәк банкта күптән саралар күрелә.