Рауил Төхвәт улы Бикбаев (12.12.1938 – 23.04.2019) – Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Өфөнөң почетлы гражданы.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Башҡорт теле һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы, "Көньяҡ" биҫтәһе халҡы шағирҙың исемен биреү ходатайствоһы менән баш ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән.
- Республика Башлығы указына ярашлы Рауил Бикбаевтың исеме Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 102-се гимназияға, паркка һәм урамға бирелде. Халыҡ шағирының исемен мәңгеләштереү буйынса сарала Р.Бикбаевтың тыуған ерендә - Ырымбур өлкәһендә лә уҙасаҡ. Паркты планлаштырғанда унда төрлө мәҙәни саралар уҙғарыу урынын бүлеү ҡаралған. Әле унда төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эштәре бара, - тип хәбәр итте БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев.