Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2022, 04:33

Уҡыусылар кондукторҙы автобустан һөйрәп төшөргән

Был видеояҙма социаль селтәрҙәрҙе шаулатты.

Уҡыусылар кондукторҙы автобустан һөйрәп төшөргән
Уҡыусылар кондукторҙы автобустан һөйрәп төшөргән

Баҡһаң, уҡыусылар «Дуҫлыҡ Монументы» туҡталышында автобусҡа ултырған. Кондукторҙан «Мелькомбинат»ҡа тиклем бушлай алып барыуҙы үтенгәндәр.

Әлбиттә, кондуктор ризалашмай, үҫмерҙәрҙе ҡыуып сығармаҡсы була. Әммә әҙәпһеҙ уҡыусылар уның үҙен дә автобустан һөйрәп төшөрә.

Видеояҙма социаль селтәрҙәргә таралып халыҡта йәнә бәхәс тыуҙырҙы. «Башавтотранс» хеҙмәткәре хаҡлы булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙы яҡларға маташыусылар ҙа етәрлек.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: