Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Март 2022, 09:40

"Апимондия" ла үтмәйәсәк

Быны "Апимондия" конгресының башҡарма советы ҡабул итте. Сәбәбе - геосәйәси хәлдең ҡатмарлашыуы. Балсыларҙың халыҡ-ара сараһы быйыл Өфөлә сентябрь айында уҙырға тейеш ине.

"Апимондия" ла үтмәйәсәк
"Апимондия" ла үтмәйәсәк

Киләһе конгресс 2023 йылда Чилиҙа, Сантьяго ҡалаһында уҙасаҡ.

«Апимондия» президенты Джефф Петтис белдереүенсә, конгресс үтеүен бар донъя балсылары һәм өлкәлә тикшеренеүселәр түҙемһеҙлек менән көтә. Ул, аҙаҡтан, конгресҡа тиклем бер нисә симпозиум уҙасаҡ, бар яңылыҡтар менән сараның рәсми сайтында танышырға мөмкин буласаҡ, тип белдерҙе.

Әйткәндәй, "Апимондия" беҙҙә 2021 йылда үтергә тейеш ине, тик коронавирус сикләүҙәре менән ул 2022 йылға күсерелгәйне.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: