Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2022, 13:00

Хәйбуллала яңы фельдшер-акушер пункты асылды

 5 мартта Аҡназар ауылы халҡы оло ҡыуаныс кисерҙе - бында модулле ФАП үҙ ишектәре асты. Бынан ары аҡназарҙар ҡулайлы шарттарҙа беренсел медицина ярҙамы ала, диспансерлау үтә аласаҡ.

Хәйбуллала яңы фельдшер-акушер пункты асылды
Хәйбуллала яңы фельдшер-акушер пункты асылды

Ауылда бына 40 йылға яҡын инде Ғәйшә Нуриәхмәт ҡыҙы Сәғитова халыҡ һаулығы һағында эшләй. Сибай медицина училищеһын 1983 йылда тамамлағас ул район дауаханаһында шәфҡәт туташы була, ике йылдан тыуған ауылы Аҡназарҙа фельдшер вазифаһында эшләй башлай. Аҙаҡ 10 йыл тирәһе Бүребай амбулаторияһында дөйөм практика табибының шәфҡәт туташы булып өлгөрә. 2020 йылда Ғәйшә Нуриәхмәт ҡыҙы тыуған ауылына ҡайта. Хәҙер ул 109 ауылдашының (улар араһында 48 кеше - пенсия йәшендә) именлек-һаулығы өсөн яуаплы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: