«Ошо көндәрҙә Рәсәй армияһы Украина биләмәһендә ДНР һәм ЛНР халҡын яҡлау буйынса махсус хәрби операция үткәрә. Улдарының һуғышта йөрөгәнен аңлау әсә йөрәге өсөн ни тиклем ауыр икәнлеген беләбеҙ. Рәсәй һуғыш башламаны (Көнбайышта тап шулай итеп күрһәтергә тырышалар), ул уны тамамлай. Нисәмә йылдар ошо һуғышта туғандаш Донбаста йәшәүселәрҙең, ватандаштарыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Бөгөн мин республикабыҙҙа ла юғалтыуҙар бар тип әйтергә мәжбүрмен. Беҙ хәрби бурысын үтәгән өс егетте юғалттыҡ. Яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләрен ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, улар тураһында хәстәрлек күрербеҙ», — тине Радий Хәбиров.