Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2022, 16:42

Бәхәсле мәсьәләләр һөйләшеп килешелгән

Республикабыҙҙың Ишембай районында умартасылар берләшмәһе флешмобта ҡатнашыуҙан баш тартырға хәл итте.  

Бәхәсле мәсьәләләр һөйләшеп килешелгән
Бәхәсле мәсьәләләр һөйләшеп килешелгән

Унан алда  5 мартта социаль селтәрҙә унда ҡатнашырға саҡыралар ине. Урындағы умартасыларҙың эшсе төркөмө рәйесе Рәфил Алтынбаев хәбәр итеүенсә, бындай ҡарарҙы Иҫәкәй, Һарғай, Ибрай, Маҡар ауылдары халҡы ҡабул иткән.

Ауыл халҡы хөкүмәт ағзалары менән бөтә бәхәсле мәсьәләләр буйынса һөйләшеп килешә алды, тип билдәләне ул. Бынан тыш, умартасыларға инвестор һәм «Би Хэппи» компанияһы 2022 йылдың 5 мартында аукционға ҡуйылған Маҡар урмансылығы биләмәһендә урынлашҡан урман участкаларына дәғүә итмәйәсәген гарантиялай.

 «Беҙгә ярҙам күрһәткәндәрҙең һәммәһенә лә рәхмәт белдерәбеҙ. Дүрт ауылдың инициативалы төркөмө республиканың йәмәғәт эшмәкәрҙәренең үҙ-ара аңлашыуына өмөтләнә һәм хоҡуҡи майҙанда, флешмобтар һәм башҡа асыҡ саралар үткәрмәйенсә, артабанғы эште алып барырға тәҡдим итә. Беҙҙең башланғысты хуплағандары өсөн барыһына ла рәхмәт. Беҙ Башҡортостан халыҡтарының әүҙемлегенә һәм берҙәмлегенә шатбыҙ. Кемдең беҙҙең ҡарарҙан кәйефе ҡырылған ғәфү  үтенәбеҙ», - тине Рәфил Алтынбаев.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: