-7 °С
Болотло
Сочиҙың үҙәгенән 21 саҡрым алыҫлыҡта ер тетрәгән, уның магнитудаһы — 4-5 балл, тип хәбәр итте Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Краснодар крайы буйынса баш идаралығы.
Шаһиттар һөйләүенсә, тәбиғәт күренеше курорттың һәр районында күҙәтелгән. Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары ебәрелгән, Рәсәйҙең популяр курортына артыҡ зыян килмәгән.
Быйыл февраль айында Грузияла көслө ер тетрәү булған,ул Әрмәнстанда ла һиҙелгән, бында магнитуда 5 балл тәшкил иткән. Азербайжанда - 3,5 балл.