Уны Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерҙе. Ҡуйыусы рәссам – Лилиә Хисмәтуллина, композитор – Магуля Мезинова, хореограф – Александр Родионов, яҡтылыҡ рәссамы – Евгений Лисицын, рәссам-аниматор– Урал Мәхийәнов. Башҡорт теленә тәржемә авторы - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова.
Спектакль "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Уны баш ҡала тамашасылары 22 мартта, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә киске сәғәт 7-лә ҡарай ала.