Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2022, 23:06

«Ирәндектән күңелһеҙ хәбәр килде»

Баймаҡ районында бүреләр ҡотора.

Ирәндек буйында бүреләрҙең күп булыуы бер кем өсөн дә сер түгел. Яҙ яҡынлашыу менән йыртҡыстар йәнә халыҡтың хәләл көсө менән үҫтергән малын тамаҡларға тотонған. Был хаҡта гәзитебеҙгә Баймаҡ районында башҡорт атын үрсетеү менән шөғөлләнгән эшҡыуар Денис Өмөтбаев һөйләне.

– Ирәндектән күңелһеҙ хәбәр килде. Бөгөн төндә бүреләр йәнә өйөрөбөҙгә һөжүм иткән. Ярты айҙа йыртҡыстар дүрт бейәне тамаҡланы, тағы ла берәүһен ҡаты яраланылар. Иң аяныслыһы: бейәләр быуаҙ ине. Йыртҡыстар беҙҙең өйөрҙө белеп алды... Тәбиғәткә биргән бындай «һалым»ды бик юғары тип һанайым. Һунарсылар бүрене алып тора, әммә улар күп. Әле тағы шылтыраттым. Иртәгә үҙемә һунарға сығырға кәрәк булыр, ахыры... –  ти йүнсел замандашыбыҙ.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: