28 февраль көнө Йылайыр районының Сосновка ауылында 66 йәшлек ирҙең йыртҡыстарса үлтерелеүе асыҡлана. Күршеһенең оҙаҡ ваҡыт күренмәүенә борсолған ҡатын уның өйөнә инә һәм мәйеткә юлыға.
Тикшереү эштәре барышында полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙең 23 көн элек (5 февралдә) 37 һәм 39 йәшлек ике ир тарафынан үлтерелеүен асыҡлай. Уларҙың быға тиклем үк бер-нисә "срогы" булған. Енәйәтселәр был көндө Сосновка ауылында йәшәүсе таныштарына килеп, байрам табыны ҡора. Шул мәлдә улар күрше йортта йәшәүсе бабайға пенсия килтереүҙәрен абайлап ҡала. Ирҙәр "еңел генә" итеп аҡсаны ҡулға төшөрөргә ниәтләй.
Ҡаршылыҡ күрһәтергә маташҡан бабайҙы енәйәтселәр йыртҡыстарса туҡмай, һуңғы сиктә башына балта төҙәһе менән һуғалар. Алған йәрәхәттәренән бабай шунда уҡ йән бирә. (Яңғыҙ йәшәү сәбәпле уның үлеме һуң асыҡлана). Ирҙәр уның 27 мең һум аҡсаһын ала һәм енәйәт урынынан ҡасырға хәл итәләр. Тәүҙә улар Өфөгә килеп, төҙөлөшкә эшкә урынлаша. Әммә бер аҙҙан береһе тыуған яғына ҡайтырға хәл итә. Икенсеһе Силәбе тарафына юллана. Тик улар шәхестәре һәм ҡылған енәйәттәре асыҡланыу менән ҡулға алына.