Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2022, 12:20

ЦУР бөгөн нимә һөйләгән?

Юл темаһы Республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларында йәнә беренсе урында. Һуңғы тәүлектә халыҡтан 200 мөрәжәғәт килгән. Торлаҡ-коммуналь хужалығы темаһы икенсе урында (160), өсөнсөлә - һаулыҡ һаҡлау темаһы (125). ⏬

ЦУР бөгөн нимә һөйләгән?
ЦУР бөгөн нимә һөйләгән?

Беҙ статистиканы көн һайын ҡарайбыҙ һәм уны төрлө күрһәткестәр буйынса анализлайбыҙ. Мәҫәлән, социаль селтәрҙә ниндәй министрлыҡтарҙың сәхифәләре һәм яҙмалары халыҡ араһында киң таралған. Социаль селтәрҙәрҙе ҡарау һаны буйынса - БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы лидер, бер аҙна эсендә 270 меңдән ашыу кеше ҡараған. Аудитория буйынса ла был министрлыҡ йәнә беренсе урында, уның 60 мең яҙылыусыһы бар. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа республиканың Сауҙа һәм Халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары биләгән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: