Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2022, 10:00

Йәнйегеттә Ауылпиада уҙҙы

"Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата Ауылпиада үткәрелде. Сараның утын ҡабыҙыу, уйындың флагын күтәреү хоҡуғы спортсыбыҙ, район, республика ярыштары еңеүсеһе Регина Туҡтароваға бирелде."

Йәнйегеттә Ауылпиала уҙҙы
Йәнйегеттә Ауылпиала уҙҙы

"Ярыш төрҙәре байтаҡ ине. Иң ҡыҙыҡтарынан ауылса биатлон булды. Ул махсус әҙерләнгән түмәрҙәрҙе күтәреп йүгереү, унан трактор тәгәрмәстәрен тәгәрләтеп атыу майҙанына алып килеүҙән торҙо. Яҙа атҡандарға яза: штраф түңәрәгенән йүгереп әйләнеп килеү. Был ярышта балалар ҙа, ололар ҙа теләп ҡатнашты.

Ҡышҡы спорт төрҙәренән санала һөйрәү мауыҡтырғыс булды. Тәүҙә ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙы санаға ултыртып ғ ҡалҡыулыҡҡа менде. Кире төшкәндә, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙҙар һөйрәп төшә. Был ярышта барыһы ла теләп ҡатнашты. Әйткәндәй, Ауылпиадаға 150-ләп кеше сыҡты.

Гер күтәреүҙә лә көс һынашты ир-егеттәр. Арҡан тартышыуҙа бар йыйылған халыҡ ҡатнашты.

 Ауылпиаданан ағинәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы, улар скандинав йөрөшө буйынса үҙ-ара ярышып, йәштәргә сәләмәт йәшәү рәүеше зарурлығын иҫбатланы. Ә балалар футбол уйнап кинәнде.

Ярыш араһында ауылдың гүзәл заттары әҙерләгән табында самауыр сәйе эсеп, тәмле ризыҡтар менән һыйланды йәнйегеттәр. Теләгәндәр рәхәтләнеп бейеп алды. «Газель» арбаһында ойошторолған сәхнә лә буш торманы. Мәктәп уҡыусылары матур итеп «Смуглянка»ны бейене, шулай уҡ Айҙар Ҡарабаев менән Рузилә Яйыҡбаеваның ихлас итеп сығыш яһауы тамашасыларға бик оҡшаны.

Ярышта еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Ҡатнашыусылар ҙа буш ҡалманы. Барыһы ла ҡыуанып, рухланып, рәхмәт әйтеп таралышты. Шулай итеп, идея авторының һәм ойоштороусыларҙың ике аҙнанан ашыу йүгереп йөрөп әҙерләнеүе бушҡа булманы, матур сарала ауылдаштар ихлас күңелдән ҡатнашты. Йәнйегеттәр һәм ситтә йәшәгән ауылдаштар бағыусы булып ихлас ярҙам итте. Шуға бүләктәр ҙә шәп булды. Бындай матур ярышты йыл да үткәреп торорға килештек», - тип хәбәр итә Баймаҡ районынан Ләлә Рафиҡова.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: