Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2022, 15:15

Радий Хәбиров: «Беҙ олимпиясыларыбыҙҙың Пекиндағы уйындарҙа еңеүе менән ғорурланабыҙ»

«Беҙ барыбыҙ ҙа ҡышҡы Олимпия уйындарын ҡарап, уның барышын күҙәттек, бөтә республика менән ихлас күңелдән Рәсәй спортсылары өсөн янып-көйҙөк. Әлбиттә, беҙ һеҙҙең сығыштарығыҙҙы иғтибар менән күҙәттек», – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылғы XXIV ҡышҡы Олимпия уйындары призёрҙары һәм ҡатнашыусылары менән республика менән идара итеү үҙәгендә үткән осрашыуҙа.

Радий Хәбиров: «Беҙ олимпиясыларыбыҙҙың Пекиндағы уйындарҙа еңеүе менән ғорурланабыҙ»
Радий Хәбиров: «Беҙ олимпиясыларыбыҙҙың Пекиндағы уйындарҙа еңеүе менән ғорурланабыҙ»

Республика етәксеһенең әйтеүенсә, Башҡортостанда спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, республика спорт инфраструктураһына етди өлөш индерә. Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына  республиканың баш ҡалаһында Волейбол һәм көрәш һарайҙары, ишкәкле канал төҙөләсәк, оҙаҡламай ҙур гимнастика үҙәге асыласаҡ. Республика ҡалаларында бассейндар һәм физкультура-һауыҡтырыу комплекстары сафҡа инә.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, матди ярҙам да бик мөһим. Республикала «Ауыл тренеры» программаһы ҡабул ителгән, спорт министрлығы республикала спорт үҫешенә ҙур өлөш индергән тренерҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләй.

«Олимпиясыларыбыҙ беҙҙең барыбыҙға ла эшһөйәрлек һәм ныҡышмалылыҡ менән иң юғары маҡсаттарға өлгәшеү йәһәтенән яҡшы өлгө күрһәтте!», –  тине Радий Хәбиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Пекиндағы уйындар һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан спортсылары дүрт бронза миҙал яуланы. Республика исеменән Рәсәй йыйылма командаһы составында 14 спортсы сығыш яһаны, шул иҫәптән эстафетала 2014 йылғы олимпия чемпионы һәм 1500 метр арауыҡта 2018, 2022 йылдарҙағы Олимпия уйындарының бронза призёры, шорт-трексы Семен Елистратов, 2022 йылғы Олимпия уйындарының бронза призёры, биатлонсы Эдуард Латипов, 2014 йылғы олимпия чемпионы, 2010 йылғы Олимпия уйындарының бронза призёры, скелетонсы Александр Третьяков һәм ике бобслейсы  (Юлия Беломестных, Ростислав Гайтюкевич).

Шулай уҡ Өфө һәм республиканы «Ағиҙел» хоккей клубының ете хоккейсыһы (Вероника Коржакова, Мария Печникова, Мария Сорокина, Ольга Сосина, Анна Шибанова, Мария Баталова һәм Полина Лучникова Полина), «Салауат Юлаев» хоккей клубының ике хоккейсыһы (Александр Кадейкин, Шакир Мөхәмәҙуллин) күрһәтте.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: