Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2022, 20:10

Өлгөлө, рухлы ғаиләләр билдәләнде

Бөгөн, 27 февралдә, Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022” асыҡ республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Конкурс «Етегән» республика байрамы планы буйынса ойошторолдо.

Өлгөлө, рухлы ғаиләләр билдәләнде
Өлгөлө, рухлы ғаиләләр билдәләнде

Бәйгенең жюри рәйесе, медицина фәндәре докторы, «Айыҡ ауыл» проекты координаторы, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева ла сараның әһәмиәтен билдәләп үтте:

– Һәр беребеҙҙең үҙенә генә хас кешелек сифаттары гендар аша тапшырыла, ә ғаиләләләге тәрбиә кешене формалаштыра. Юҡҡа ғына, танышҡан саҡта кешенең нәҫел-нәсебен, ҡайһы яҡтарҙан, кемдең ҡыҙы йә улы булаһың, ата-әсәң кем, тип һорамайҙар, йәғни ғаилә ҡиммәттәре, уның нигеҙе, тәртип-тәрбиә һәр йәһәттән кешенең тормош юлын бидәләгәндә үтә мөһим роль уйнай. Быйыл “Етегән ” башҡорт байрамы сиктәрендә ойошторолған сираттағы “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы тамаланды. Ғаиләләрҙең эштәрен баһалағанда, тәҡдим ителәгән видеояҙмаларҙы һоҡланып та, ғорурланып та ҡараныҡ, шул уҡ ваҡытта, бәғзе ғаиләләрҙең фәһем алырлыҡ тәжрибәләрен барлыҡ Башҡортостанға таратырға ине, тигән уй-ниәт тә килде. Һәр ғаиләнең үҙ тарихы, йолалары, кәсебе булһа, милли ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡланһа, Башҡортостандың киләсәге ныҡ буласаҡ, – тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: