Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2022, 10:40

Көн торошо

Синоптиктар алдағы ике көнгә һауа торошон фаразланы.

Көн торошо
Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары фараздары буйынса, бөгөн, республикала бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан иҫәсәк. Төндә термометр бағанаһы - 2-7, аяҙытҡанда 13 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ - 0-5 градусҡаса йылыта. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иртән боҙлауыҡ булыуы хаҡында иҫкәртә. Автомобиль йөрөтөүселәргә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк - урыны менән юлдарға томан, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей. 28 февралдә, ҡыштың һуңғы көнөндә яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә һауа температураһы - 4-9, аяҙытҡанда 15 градусҡа тиклем һалҡын. Көндөҙ - 2-3 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Ел йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртә. Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: