Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2022, 15:23

Ишембай умартасылары кооперативҡа берләшергә ниәтләй

Ишембай районы хакимиәтендә балсылар менән сираттағы осрашыу үтте.

Ишембай умартасылары кооперативҡа берләшергә ниәтләй
Ишембай умартасылары кооперативҡа берләшергә ниәтләй

Унда Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов ҡатнашты.

Дүрт сәғәттән ашыу барған һөйләшеүҙә эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны, кооператив төҙөү ҡарары ҡабул ителде. Йүнселдәрҙең фекеренсә, был улар өсөн табышлы буласаҡ. Беренсенән, балсылар тәбиғи ресурс менән тигеҙ файҙалана аласаҡ. Икенсенән, был – дәүләттән ярҙам алыу мөмкинлеге, субсидия-грант конкурстарында ҡатнашыу. Тағы ла бер мәсьәлә – ҡортҡа аҙыҡ базаһын арттырыу. Был тәңгәлдә районда ағастар ултыртыу ҡарала.

«Кәңәшмә бик һөҙөмтәле булды. Беҙ мөһим һорауҙарҙы асыҡланыҡ, артабанғы бурыстарҙы билдәләнек. Был йүнәлештә системалы эш алып барабыҙ. Иң мөһиме: үҙ-ара кәңәшләшеп, бергә эшләү. Маҡар ауылы биләмәһендәге хәл барлыҡ республика умартасыларының мәсьәләләрен асып һалды. Был тарих күптәр өсөн файҙаға булыр тип ышанам. Ҡортсолоҡто, иҡтисадты үҫтереү беҙҙең өсөн мөһим», – тине кәңәшмәлә Азат Бадранов.

Иҫәкәй ауылы эшҡыуары, эшсе төркөм рәйесе Рәфил Алтынбаев та кәңәшмәнән ҡәнәғәт ҡалған.

«Беҙҙе ишеттеләр. Хөкүмәт мәсьәләләрҙе хәл итеү юлында», – тине йүнсел.

Балсылар киләһе аҙнаға тағы ла бер осрашыу билдәләгән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: