Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2022, 13:30

Алай ҙа ЦУР бар

Юғиһә оло бәлә-ҡаза ҡубыр ине. Тулыраҡ - сайтта

Алай ҙа ЦУР бар
Алай ҙа ЦУР бар

Һүрәттең һул яғында күп ҡатлы йорт ҡыйығынан бына-бына емерелеп төшәм тигән боҙло ҡарҙың һүрәтен Өфөлә йәшәүсе Эльвира Мамлеева соцселтәрҙәргә кисә һалған булған. Ул Ленин урамы, 33/1 адресы буйынса төшөрөлгән, ә яҡында ғына балалар инглиз мәктәбе урынлашҡан тигән.

ЦУР-ҙың дежур командалары был хәбәрҙе баш ҡаланың Ленин районы хакимиәтенә ебәргән. Шул уҡ көндө 12-се ЖЭУ хеҙмәткәрҙәре ҡыйыҡты таҙартҡан - уңдағы һүрәт.

Ошоноң кеүек хәбәрҙәр буйынса ЦУР оператив рәүештә эшләй.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: