Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2022, 09:00

Йәштәр өсөн киске сити-тур

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы үткәргән сарала 3-сө мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Улар китапхананан С.Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркына тиклем Баймаҡ ҡалаһының тарихы, Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте, спорты менән бәйле квестың ҡыҙыҡлы эштәрен үтәп барып, фонарсы Фаролероны эҙләп тапты.

Йәштәр өсөн киске сити-тур
Йәштәр өсөн киске сити-тур

Ул — испан персонажы, ҡала тураһында мең дә бер ҡыҙыҡлы тарих һәм легендаларҙы белеүсе гид.

Сити-турҙа ҡатнашыусылар «БУККРОССИНГ» һүҙҙәрен йыйып, уның китап менән алмашыу икәнлеген белде. Фонарсы китапхананың буккроссинг нөктәһе, бынан тыш китапханала булған ҡыҙыҡлы китаптар менән таныштырҙы.

Ә иң ҡыҙығы — бенгал уттары менән сағыу финал булды. Уҡыусылар тәмлекәс приздар менән һыйланды.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: