Тик һәр ваҡытта ла өлкәндәр хыялланғанса булмай шул. Уларҙың балаһы бик иғтибарһыҙ булыуы ла бар. Был осраҡта нимә эшләргә һуң? Психологтар әйтеүенсә, бының өсөн бәләкәсте һис тә әрләргә ярамай. Белгес менән бергәләп сәбәптәрен асыҡлау яҡшы булыр.
Иғтибарһыҙлыҡ һәр кемдә булыуы мөмкин. Ҡағиҙә булараҡ, быға күп осраҡта стресс, төшөнкөлөк, дөрөҫ туҡланмау, көн тәртибен тотмау, ата-әсәнең һәм башҡа яҡын кешеләрҙең иғтибары етерлек булмауы ла булышлыҡ итә. Шуға ата-әсә баланың үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырырға тейеш. Иң беренсе йәһәттә көн тәртибе әҙерләп, уны бергәләп үтәргә кәрәк. Баланың йәшенә тап килерлек бурыстары ла булһын. Йышыраҡ ярҙам итеүен дә һорағыҙ. Мәҫәлән, сәскәләргә һыу һибеү, бесәйҙе ашатыу кеүек эштәр уға ҡыуаныс ҡына килтерәсәк. Белгестәр балаға үҙаллылыҡ бирергә лә ҡуша. Уның менән бергә ҡарарҙар ҡабул итергә, ғаиләгә ҡағылышлы һорауҙарҙы тикшерергә, кәңәшләшеп алырға мөмкин. Бергәләп һүрәт төшөрөү, әкиәт уҡыу, өҫтәл, иғтибарҙы үҫтереү өсөн уйындар уйнау, әүәләү, төҙөү кеүек шөғөлдәр ҙә һәйбәт тәьҫир итәсәк. Ниндәйҙер эше өсөн маҡтарға ла онотмағыҙ. Йоҡоға бер нисә сәғәт ҡалғас, үҙен тыныс тотошо хаҡында хәстәрлек күрегеҙ.
Бынан тыш, баланың туҡланыу рационын төрләндереү ҙә талап ителә. Унда аҡһымдар, майҙар, углеводтар ҙа етерлек күләмдә булырға тейеш. Шулай уҡ йәшелсә-емеш менән мотлаҡ һыйланыу кәрәклеген дә оноторға ярамай. Улар үҫеп килеүсе организмды мейенең дөрөҫ эшләүенә булышлыҡ итеүсе витаминдар һәм файҙалы матдәләр менән туйындыра.
Иң мөһиме, барыһы ла үтер әле, тип ҡалдырырға ярамай, баланың тарҡаулығы, иғтибарһыҙлығы менән көрәшергә кәрәк. Психолог менән кәңәшләшеп алыу ҙа һәйбәт булыр. Иғтибарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән уйындар ҙа ярҙам итәсәк.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА