Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2022, 19:45

Бөгөн - Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө

 25 февралдә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә. 1992 йылдың ошо көнөндә БАССР-ҙың Юғары Советы республика дәүләтселегенең рәсми билдәләренең береһенә әйләнгән яңы флагты раҫлай.

Бөгөн - Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө
Бөгөн - Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө

Башҡортостандың дәүләт символикаһы тураһындағы законда флагтың төҫтәренең мәғәнәһе аңлатыла: күк төҫ асыҡлыҡты, изгелекте, республика халыҡтарының ниәттәре сафлығын күрһәтһә, ағы - тыныслыҡ һөйөү, берҙәм эшкә әҙерлек, йәшеле - азатлыҡ, тормоштоң мәңгелек булыуы билдәһе.

Ҡурай сәскәһе - дуҫлыҡ сағылышы, уның ете тажы республика биләмәһендәге халыҡтарҙы берләштереүгә нигеҙ һалған ете ырыуҙы аңлата.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: