Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Февраль 2022, 12:24

«Туған тел сәғәте»

Өфөнөң «Йәшлек-хаус» йәштәр үҙәгендә Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған «Туған тел сәғәте» тип аталған сара үтте.  

«Туған тел сәғәте»
«Туған тел сәғәте»

Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр менән эшләү бүлеге, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары, Башҡортостандың Йәш яҡташтар ассоциацияһының әүҙем йәштәре ойошторҙо. Сараның маҡсаты  инглиз микс менән туған (башҡорт) телдә аралашыу майҙансығы булдырыу, башҡорт мәҙәниәтен һәм телен халыҡ-ара киңлектә танытыу, белем биреү һәм мәҙәни-ара майҙансыҡ булдырыу ине.

Ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина, башҡорт блогеры Илсур Боҫҡанов, «Самауырлы Ритайым» проекты етәксеһе Рөстәм Абдразаҡов, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Эльвира Муллағолова, «Арғымаҡ» этнотөркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов, башҡорт эстрадаһы йырсыһы Лиана Хәбибуллина һәм Виктория Бакарди ҡотланы, шулай уҡ Германиянан, Польшанан һәм Пакистандан видеомөрәжәғәттәр булды.

– Беҙҙең өсөн был бик мөһим көн. Сөнки туған тел - ул йөрәгебеҙҙең нисек тибә башлауын иҫкәртеү. Туған телегеҙҙе белегеҙ, уны өйрәнегеҙ һәм үҙегеҙҙең генә түгел, башҡа телдәрҙе лә өйрәнергә тырышығыҙ. Әйҙәгеҙ, туған телдә бер-беребеҙҙе аңлайыҡ», – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

Был сарала ҡатнашыу өсөн башҡорт йәштәре вәкилдәре, шулай уҡ Башҡорт дәүләт университетының Франция, Афғанстан, Колумбия, Ираҡ һәм Палестинанан сит ил студенттары саҡырылғайны. Сарала ҡатнашыусылар башҡорт, шулай уҡ инглиз телдәрендә үҙ-ара килешеп эш итергә тырышты.

Сара барышында башҡорт, инглиз, ҡаҙаҡ телдәрендә шиғырҙар яңғыраны, уйындар ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар командаларға бүленеп, өйрәнелгән телде яҡшыртып, аралаша алды. Ҡатнашыусылар алдында «Сикварули» ансамбле Кавказ бейеүе менән сығыш яһаны

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: