Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Февраль 2022, 21:00

"Ерҙән һалдат атлай"

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Баймаҡ районының Билал ауылы китапханаһы иғлан иткән "Ерҙән һалдат атлай" акцияһына йомғаҡ яһалды.

"Ерҙән һалдат атлай"
"Ерҙән һалдат атлай"

Билал, Һәмән ауылында бер ғаиләнән 1 - 3 егет әрме сафында булып ҡайтҡандар бик күп. Дүрт һәм унан да күберәк һалдат булған ғаиләләрҙе акция барышында ауылдаштар менән бергәләп асыҡланыҡ. Күпме малайын әрме сафына оҙатып, көтөп алған ата - әсәләргә һәйкәл ҡуйырлыҡ.

Осрашыуға килгән ауылдаштар өсөн әрме хеҙмәте тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, унда һалдат бурысын үтәгән ир-егеттәр күңеленән хәрби хеҙмәт йылдары юйылмаған. Ул саҡта ун һигеҙ йәшлек кенә булған егеттәр хәҙер олпат ир ҡорона ингән. Ирек ағай Зәйнуллин, Зәйнулла ағай Әминев, Арслан ағай Әминев, Зәбир ағай Сирусин, Фәнил ағай Шәмсетдинов, Мәжит ағай Заманов, Радмир Булатов VII класс уҡыусыларына әрме тормошо тураһында һөйләне. Уларҙың һәр береһе хәтирәләргә бирелеп, йыраҡта ҡалған әрме тормошона кире әйләнеп ҡайтты.

- Беҙҙең заманда армияға бармаған егеттәргә ҡыҙҙар ҙа ҡарамай ине. Хәрби хеҙмәттә булыу ғорурлыҡ һаналды. Шуға ҙур теләк менән киттек. Хәрби сафҡа алынған егеттәргә бирешмәҫкә, ныҡышмал булырға, бурысты ғорурлыҡ менән үтәргә саҡырабыҙ. Беҙҙең ауылдан күп ғаиләлә 5 - 7 егет әрме сафында үҙ бурысын лайыҡлы үтәне. Атайҙар сабыр, түҙем була белә, ҡайғыларын сығара һалмай, ә әсәйҙәребеҙ айырылышыу һағышына нисек түҙгәндер, - тиҙәр улар.

Уҡыусылар ауылдаш ир - егеттәрҙе ҡотлап музыкаль сәләм тапшырҙы. Ҡатын - ҡыҙҙар советы рәйесе Илдүсә Азат ҡыҙы байрам менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе. Сәғилә Ғайсина иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.

Барлыҡ ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ! Ил-йорт тыныс булһын!

Райхана Булатова, китапханасы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: