"Улар Тыуған илдең ҡәҙерен белә, кешелек сифаттарын аңлай һәм уны үҙҙәрендә үҫтерәсәк. Иң мөһиме - "шайморатсылар" Салауат тоҡомдары сигенеүҙе белмәй тигәнде белә", - тигән ул.
Яңы статус алған уҡыусылар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 6-7 кластарҙа белем аласаҡ.
Уҙған уҡыу йылында бындай өс класс барлыҡҡа килһә, быйыл иһә тағы дүртәү өҫтәлде. Улар баш ҡаланың 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты һәм 1-се, 2-се полилингваль күп профилле гимназиялар нигеҙендә асылды. Был кластарҙа уҡытыу программаһы юғары ҡатмарлыҡта төҙөлгән. Өҫтәмә рәүештә уҡ атыу, һыбай йөрөү, йөҙөү һәм милли көрәш серҙәренә лә өйрәтәләр. Патриотик тәрбиәгә айырым иғтибар бүленә.
Тиҙҙән "Шайморатов кластары"ның республиканың башҡа мәктәптәрендә лә асылыуы көтөлә.