Ысынлап та, «алтын» ҡул аҫтында ғына ине. Беренсе өлөштә Григоренко индергән шайба барыһын да хәл иткәндәй булғайны. Бер аҙ һағыраҡ уйнап, еңеүҙе һаҡлап та ҡалырға мөмкин ине. Тик беҙҙекеләр өмөттәрҙе аҡламаны. Ғөмүмән, уйнай ҙа алманы.
Шулай итеп, «Салауат Юлаев»та уйнаған финдар өсөн шатланырға һәм киләһе уйындарға өмөт итәһе ҡала. Әйткәндәй, 2006 йылда Туриндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарының хоккей бәйгеһендә Рәсәй командаһы ярымфиналда Финляндия менән уйнай. Унда ла оҫта хоккейсылар Мальцев, Дацюк, Ковальчуктар сирекфиналда Канадаға ҡаршы уйнап «янғандан» һуң финдарға ҡаршылыҡ күрһәтә алмай.