Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2022, 16:05

ДНР һәм ЛНР ҡасаҡтарына ярҙам итергә була

Бының өсөн сайтҡа үтегеҙ һәм ниндәй кәрәк-яраҡ талап ителгәндең исемлеген ҡарағыҙ. Сауаплы ғәмәлде башҡарайыҡ, иптәштәр.

ДНР һәм ЛНР ҡасаҡтарына ярҙам итергә була
ДНР һәм ЛНР ҡасаҡтарына ярҙам итергә була

Луганск һәм Донецк республикаларынан эвакуацияға дусар булыусы граждандарға гуманитар ярҙам йәһәтенән ошолар кәрәк:

− түшәк кәрәк-яраҡтары (юрған, яҫтыҡ, простынялар)

− миҙгелгә ярашлы ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейеме (эске кейем, ойоҡтар, аяҡ кейеме)

− балалар кейеме (имсәк йәштән алып урта һәм ҙур йәштәгеләргә)

− ҡамыр аштары

− сәй, ҡәһүә

− шәхси һаҡланыу саралары

− балалар өсөн ҡоро аҙыҡ ҡатнашмаһы

− ҡоро паек

− печенье

− кәнфит

− шәкәр

− ҡуйыртылған һөт

− ярмалар

− макарон әйберҙәр

− консервалар

− тоҙланған йәшелсә

− теш пастаһы/ щеткалары

− шампундәр

− душ һабыны/геле

− таҫтамал

− балалар подгузниктары

− йүргәктәр

− балалар аҙығы

− балалар уйынсыҡтары, үҫтереүсе уйындар, китаптар игрушки, канцтауарҙар

− бәҙрәф ҡағыҙы

− ҡатын-ҡыҙ гигиенаһы саралары

− дымлы салфеткалар

− бер тапҡыр ҡулланылышлы һауыт-һаба

− кулерҙар

− шешәле һыу

− түшәк кәрәк-ярағы

− электр сымы оҙонайтҡыстары

− электр сәйнүктәре.

Бар әйберҙәр яңы көйөнсә, тышлыҡтары менән генә ҡабул ителә. Аҙҡ-түлек оҙаҡ һаҡланырға тейеш, яраҡлылыҡ ваҡыты үтмәгән булһын.

Гуманитар ярҙам Өфөлә Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса ҡабул ителә. Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем, ялдарҙа 9-ҙан киске 6-ға тиклем килегеҙ. Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм телефоны − 8 (347) 218-19-19.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: