

«Кисә Луганск менән Донецк Республикаларында атыш башланды һәм халыҡ эвакуациялана, тигән аяныслы хәбәр килде. Халыҡты, айырыуса балаларҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы Ростов өлкәһенә сығара башланылар. Бөгөн беҙҙең республикала оператив штаб ойошторолдо, уның командиры итеп БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Максим Забелин тәғәйенләнде. Штаб ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү мәсьәләләрен хәл итәсәк. Унан тыш «Берҙәм Рәсәй» партияһының ирекмәндәр штабы ла бәйләнешкә сыҡты — улар ҙа ярҙам итергә әҙер. Мин, электән килгән хеҙмәттәшлек бәйләнештәре нигеҙендә, Луганск Республикаһы етәкселеге менән даими бәйләнештә торам, сөнки Башҡортостан менән был төбәкте тығыҙ дуҫлыҡ ептәре, уртаҡ тарихи ҡиммәттәр бәйләй.
Луганск, Донецк Республикаһында йәшәгән халыҡ беҙгә сит түгел, сөнки данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлдары тап шунан үткән, улар ошо төбәк халҡын фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн ғүмерен йәлләмәгән, шанлы яу юлдары үткән. Беҙҙең легендар командирыбыҙ, арҙаҡлы милләтәшебеҙ, генерал Шайморатов тап шунда һәләк булған, Петровск ҡалаһында ерләнгән. Беҙ Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Луганск Халыҡ Республикаһына барып, Шайморатов генералдың иҫтәлегенә үткәрелгән митингтарҙа ҡатнашырға планлаштырғайныҡ. Билеттар алынған, әммә әлегә нимә булырын күҙаллап булмай.
Республика етәксеһе Радий Хәбировтың «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тигән шәп девизы бар. Беҙ, Афған, Чечня һуғыштарын үткән ир-уҙамандар, үҙебеҙҙекеләрҙе ташларға, ошо ауыр мәлдә иғтибарһыҙ ҡалдырырға йыйынмайбыҙ, төрлө ирекмәндәр ойошмалары ла Луганск һәм Донецк халҡына ярҙам итергә әҙер. Беҙ һеҙҙең менән, дуҫтар!» — тине Тимерйән Рәжәп улы.