Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2022, 07:00

“Мин!” тиһәң...

Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәт бирмәһә, эргә-тирәлә­геләр, яҡындарың бәләкәй генә булһа ла ярҙам күрһәтмәһә, бер нәмәгә лә өлгәшеү мөмкин түгел. Шуның өсөн дә “Мин!” тиеүҙән һаҡланырға кәрәк.

 Был һүҙҙе тәүгеләрҙән булып Иблис әйткән. Ул, Аллаһы Тәғәлә фәрештә­ләренә Әҙәмгә сәждә ҡылырға ҡушҡас, бойо­роҡто үтәмәгән. “Мин кешенән яҡшыраҡ, – тип тәкәбберләнгән шайтан. – Һин мине – уттан, ә уны балсыҡтан яралттың”.

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм үҙең­дән алда башҡаларҙы уйлап йәшәргә саҡырған. “Тәкәбберлеккә бирелмә­геҙ. Был һыҙат – шайтан фиғеле”, – тип өйрәткән ул.

Ошоға бәйле бер хикәйәт тә бар. Муса ғә­ләйһис-сәләм заманында Ҡарун исемле бик белемле, ифрат бай кеше булған. Шулай булыуға ҡарамаҫ­тан, зәҡәт хаҡында аят төшкәс, ул мөлкәтенән өлөш сығарыуға ҡырҡа ҡаршылығын белдергән. Иртәнсәк уянһа, ни күрә: Аллаһы Тәғәләнең хик­мәте менән бар байлығын ер йотҡан...

Әҙәм балаһы һис кемдең булышлығынан тыш донъяға килә, тормош көтә аламы? Шуның өсөн дә кеше бәләкәй генә уңышы өсөн дә иң тәүҙә туған­дарына, яҡындарына рәх­мәт белдерергә, эшендә ярҙамы тейгәндәрҙе хә­теренән сығармаҫҡа, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итергә тейеш.                                                                             

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: