Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2022, 09:00

"Теге" сирҙең сираттағы ҡорбаны

Францияла Башҡортостан телевидениеһы режиссеры Айгөл Вәлитова мәрхүм булған. Үлеменең сәбәбен коронавирустан һуң өҙлөгөү тиҙәр.

"Теге" сирҙең сираттағы ҡорбаны
"Теге" сирҙең сираттағы ҡорбаны

Сентябрь айында Айгөл Заһир ҡыҙына 55 йәш тулған булыр ине.

Айгөл Вәлитова билдәле башҡорт актеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Вәлитовтың ҡыҙы ине. Телевидениела эшләгәнендә ул төрлө программалар һәм клиптар авторы булған. 2002 йылдан алып ул Францияла йәшәгән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: