Урал аръяғы райондарына сәфәребеҙ дауам итә. Киләһе туҡталышыбыҙ Йылайыр районының Балапан ауылында. Был кескәй генә ауыл Юлдыбай – Аҡъяр трассаһында Матрай ауылына терәлеп ята.
Шәп блендер Балапанда йәшәүсе Фәрхәнә Мөстәхетдинованың бәхетенә төшкәйне. Фәрхәнә апай иһә 20 йылдан ашыу «Йәшлек» менән бергә. Ул – ауыл хужалығы ветераны, ғүмер баҡый һауынсы булып эшләгән.
– 95 йәшлек әсәйем менән гәзитте ярышып уҡыйбыҙ. «Әбей, ана, «Йәшлек» килә, сығып ал», — тип хат ташыусының килгәнен көтөп ала ул. 20 йылдан ашыу инде гәзиттән айырылғаныбыҙ юҡ. Айырыуса хикәйәләрҙе, «Тормош юлдары ҡатмарлы», «Сәләмәтлек» рубрикаларын яратып уҡыйбыҙ, – ти Фәрхәнә апай.