Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәиф Әбдрәхимов, баш ҡала башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе Ратмир Мәүлиев, заказсы һәм подрядсы ойошма вәкилдәре, хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡатнашты.
1956 йылда төҙөлгән аркалы күперҙе ремонтлағанда уның ҡанаттары, ситтәге таяуҙары тулыһынса, урта терәктәре өлөшләтә алмаштырыласаҡ, иҫке арка алынып, яңынан төҙөләсәк.
Кәңәшмәселәр баш ҡалаға инеү-сығыуҙы ойоштороу тураһында ла һөйләште. Урталағы яңы күперҙә бына дүрт көн инде дүрт һыҙатта хәрәкәт бара, тиҙҙән разметка ла төшөрөләсәк. Янындағы 1991 йылғы күперҙән иһә 1 марттан алып ҡаланан сығыу һәм реверсив һыҙаты буласаҡ.
«Уралмостострой» АО-һы филиалы «Мостоотряд № 30» директоры Василий Чекуров әйтеүенсә, төҙөлөш мәлендә йылғаға сүп-сар төшөүенә юл ҡуйылмаясаҡ. Күперҙе яңыртыу иһә 42 ай дауам итәсәк.