Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2022, 11:30

Ғатауллиндар ғаиләһе гәүһәр туйҙарын билдәләне

60 йыл бергә - Тәтешле районының Күрҙем ауылында йәшәгән Ғатауллиндар гәүһәр туйҙарын билдәләне. Улар нәҫелдәре менән ғүмерҙәрен нефть тармағына арнаған.

Ғатауллиндар ғаиләһе гәүһәр туйҙарын билдәләне
Ғатауллиндар ғаиләһе гәүһәр туйҙарын билдәләне

80 йәшлек Риф Ғатауллин эшһеҙ ултырыуҙы күҙ алдына ла килтермәй. Һаулығы ла, тормош позицияһы ла әүҙем тормош алып барырға мөмкинлек бирә. Ул 40 йыл нефть өлкәһендә тир түккән. Ер аҫтында ремонтлау мастеры булып эшләгән.

Хәләл ефете Лиза Мәсғүт ҡыҙы менән ижадҡа һөйөү осраштырған. Ул Күрҙем ауылына уҡытыусы булып эшкә килгән. Балалар менән эшләү өсөн һәләтле ярҙамсы кәрәк булған. Әйткәндәй, уларҙың никахына мартта 60 йыл тула, ә йәш йөрәктәр Яңы йыл алдынан ҡауышҡан.

Ғатауллиндар әйтеүенсә, мөхәббәттән һәм бер-береңде аңлап йәшәүҙән башҡа бер ниндәй ҙә сер юҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: