Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2022, 15:35

Консультациялар уҡыусылар, уҡытыусылар өсөн дә бик файҙалы буласаҡ

Республикабыҙҙа БДИ һәм ТДИ-ға әҙерләнеү өсөн бушлай онлайн-консультациялар башланды. Уларҙы предмет комиссияһы эксперттары үткәрә.

Консультациялар уҡыусылар, уҡытыусылар өсөн дә бик файҙалы буласаҡ
Консультациялар уҡыусылар, уҡытыусылар өсөн дә бик файҙалы буласаҡ

Өфөләге 95-се белем биреү үҙәге директор урынбаҫары Федан Ғафаров әйтеүенсә, был консультациялар сығарылыш синыф уҡыусылары һәм уларҙы имтихандарға әҙерләүсе уҡытыусылар өсөн дә бик файҙалы.

– Имтихан һәр уҡыусы өсөн етди һынау. Сөнки уның һөҙөмтәһенән һайлаған юғары уҡыу йортона йәки колледжға инеү-инмәүе тора. Мәктәпте тамамлаусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр йәки сығарылыш синыф уҡыусыларының законлы вәкилдәре имтихандарға әҙерлек барышында ҡыйынлыҡтар тыуҙырған һорауҙарҙы электрон почтаға ебәрә һәм эксперттан яуап ала. Сөнк улар имтихандың икенсе өлөшөн тултырыуҙың бөтә нескәлектәрен белә, - тип билдәләне Федан Ғафаров.

БДИ буйынса онлайн-консультациялар – 24 февралгә тиклем һәр шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем, ТДИ буйынса һәр шаршамбы һәм йома көндәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем үткәреләсәк.

Һорауҙарҙы ошо электрон почталары буйынса [email protected] (БДИ), [email protected] (ТДИ) ебәрергә мөмкин.

Дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн материалдар, шулай уҡ консультациялар уҙғарыу графигы һәм трансляцияға һылтанмалар «Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү» мәғариф порталында урынлаштырылған:

БДИ:

https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189959/

ТДИ:

https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189964

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: