Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2022, 10:25

Йөҙйәшәр Кәримә инәйгә һаулыҡ теләйбеҙ!

 Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев соцселтәрҙә түбәндәге менән уртаҡлашты: "Бөгөн, 5 февралдә, Бөйөк Ватан һуғышы яугирының тол ҡатыны, тыл хеҙмәтсәне, ветеран Кәримә Ямалетдин ҡыҙы Әлибаева 102 йәшен билдәләй".

Йөҙйәшәр Кәримә инәйгә һаулыҡ теләйбеҙ!
Йөҙйәшәр Кәримә инәйгә һаулыҡ теләйбеҙ!

"Аҡыллы, тормошто яратҡан ағинәй донъяла тыныслыҡ булһын, бөтә сирҙәр кешелекте урап үтһен өсөн көн һайын изге доғаларын уҡый.

1943 йылда Хәйбулла районы ҡыҙы Кәримә Семёновский рудник ҡасабаһына килә. Ирен фронтҡа оҙатҡан 22 йәшлек ҡатын ҡышын - шахтала, йәй фабрикала эшләй. Ул бер йәшлек ҡыҙын тәрбиәләй, әсәһенә күмәк һеңле-ҡустыларын ҡарашырға ярҙам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше һуғыштан әйләнеп ҡайтмай.

Кәримә инәй 1966 йылға тиклем, хаҡлы ялға сыҡҡансы, шахтала эшләй.

Инәйгә һәм күп йылдар әсәһен ҡарашҡан ҡыҙы Миңъямалға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм шатлыҡ теләйбеҙ!"

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: