Дәүләкән ҡалаһында бөтә мәктәп тә 7 февралдән 13-нә тиклем дистанцион тәртиптә уҡыясаҡ. Урындағы оператив штаб шундай ҡарар ҡабул иткән.
Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, карантинға тағы ла Романовка ауылы мәктәбе һәм уның Ленинский ауылындағы филиалы ебәрелгән. Ауыл мәктәптәре ғәҙәти тәртиптә уҡыуын дауам итә. Бынан тыш, өҫтәмә белем биреү учреждениелары ситтән тороп уҡыясаҡ.
– Әгәр бер уҡыусыла вирус асыҡланһа, барлыҡ класс ете көнгә карантинға ебәрелә, – тип белдерә хакимиәт вәкиле.
Бынан алда Өфөнөң өс дауаханаһында ковид менән сирләүсе балалар өсөн инфекция бүлеге асылғайны. Һүҙ республика инфекция клиник дауаханаһы, Зубов ауылындағы ковид-госпиталь һәм 17-се дауахана хаҡында бара.