Новости
28 Ғинуар 2022, 16:20

ЦУР һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мөһим һорауҙарға яуап ҡайтарҙы

Ҡасан поликлиникаға барырға, ҡасан табипты өйгә саҡырырға? Сәғәт нисәлә поликлиникала тажзәхмәткә мазок алалар? "Больничный"ҙы нисек асырға һәм оҙайтырға? Ошо һорауҙарға яуапты #ЦУРБашҡортостана БЮТ-тың бөгөнгө "Сәләм" эфирында ҡайтарҙы.

ЦУР һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мөһим һорауҙарға яуап ҡайтарҙыЦУР һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мөһим һорауҙарға яуап ҡайтарҙы
ЦУР һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мөһим һорауҙарға яуап ҡайтарҙы

Табипҡа яҙылыу каналдары:

- 122 берҙәм номеры,

- поликлиника регистратураһы,

- "Госуслуги" порталы,

- "КВрачу" порталы.

Ковидҡа мазокты поликлиникала эш көндәрендә алыу ваҡыты: 8.00-19.30, шәмбелә - 8.00-15.30

Ковид һәм ОРВИ-ның тәүге билдәләре күренеү менән РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләгән яҙмала файҙалы кәңәштәр бар: https://static-0.minzdrav.gov.ru/system/attachments/attaches/000/059/203/original/pamyatka_amb_covid19_250122.pdf?1643175558

Башҡортостанда йәшәүселәр бер тәүлектә һаулыҡ һаҡлау (72) өлкәһенән тыш торлаҡ-коммуналь хужалығы (59) һәм юлдар торошо (57) буйынса һорауҙар биргән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас