Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2022, 13:35

Диспансерлау туҡтатылды һәм койка фонды арттырылды

Сәбәбе билдәле - тажзәхмәттең "омикрон" штамы. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә үткән аҙнала ғына Башҡортостанда коронавирус менән сирләүҙең 26 процентҡа артыуы тураһында хәбәр итте. 

Диспансерлау туҡтатылды һәм койка фонды арттырылды
Диспансерлау туҡтатылды һәм койка фонды арттырылды

 «Беҙ амбулатор-поликлиника бәйләнешенә көсөргәнештең ныҡ артыуын күҙәтәбеҙ, һуңғы аҙнала ғына ул 8 процентҡа үҫте. Ошо сәбәпле, халыҡты диспансерлауҙы ваҡытлыса туҡтатырға тәҡдим итәбеҙ. Был беренсел звеноны бушатырға һәм пациенттарға кисектергеһеҙ ярҙам һәм ҡабул итеүгә ҡулайлы буласаҡ», — тине ул. Артабан М.Забелин ковид сирлеләр өсөн койка фондын 1600-ҙан 2000-гәсә арттырыу тураһында ҡарар менән таныштырҙы. Әле республика койка фондының 60 проценты биләнгән.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә генә тажзәхмәттең 350 яңы осрағы теркәлгән, 214 кеше һауыҡҡан. Пандемия башынан алып республикала 127 662 ауырыу кеше теркәлгән.

«Стационарҙарҙа әле 173 пациент бар, 4387 кеше амбулатор дауалана.Уларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр һәм вакцина ҡаҙатмаусылар», — тине министр.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: