+2 °С
Болотло
«Халыҡ бик күп йыйылды. Һәр береhе әҙерләнеп — кем ҡоймаҡ, кем бәлеш бешереп алып килеп, табын ҡорҙолар. Уйындарҙа олоhо ла, кесеһе лә инәлтеп тормайынса ҡатнашты. Байрам йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы», – тиелә Мостафа ауылының социаль селтәрҙәге төркөмөндә.
Ауылда шулай уҡ «Күңелле старттар» үткән. Ике команда ярышып, көстә, сослоҡта һынау тотҡан, шулай уҡ викторина һорауҙарына яуап биреп, спорт буйынса белемен күрһәткән.