Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2022, 13:15

Ике улын юғалтыу ата йөрәге өсөн эҙһеҙ үтмәгән...

Асҡын районы башлығы Динис Йосопов соцселтәрҙәрҙә яҙып үтеүенсә, бөгөн иртәнсәк Марат Дихин вафат булған. Ул былтыр тажзәхмәттән вафат булған район етәксеһе Ришат Дихиндың атаһы ине. 

Ике улын юғалтыу ата йөрәге өсөн эҙһеҙ үтмәгән...
Ике улын юғалтыу ата йөрәге өсөн эҙһеҙ үтмәгән...

"Бөгөн иртәнсәк Марат Дихин беҙҙе ташлап китте. Ике улын юғалтыу ата йөрәге өсөн эҙһеҙ үтмәгәндер… 4 апрелдә уға 72 йәш тулған булыр ине. Марат Әғзәм улы бар ғүмерен райондың энергетик системаһына бағышланы.

Ҡатыны Розалия Нәҡип ҡыҙының, Марат Әғзәм улының туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ауыр тупрағы еңел булһын", - тип яҙған муниципалитет башлығы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: