– Был һан – һеҙҙең кешелеклегегеҙ. Донъяла иң кәрәкле сифат, – тигән.
Шунан “1” янына “0”-де өҫтәгән.
– Ә быныһы һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙ, кешелекле булһағыҙ, улар 10 тапҡырға артасаҡ...
Артабан тағы ла “0” яҙылған.
– Ул – тәжрибә. Бының менән кеше "100"-гә әйләнә...
Шулай итеп, ғалим нуль артынан нулде өҫтәп барған: һаҡ, уяу булыу, һөйөү-һөйөлөү, уңыштарға өлгәшеү...
– Һәр “0” кешегә нимәлер бирә, – тигән профессор.
...Һәм ҡапыл “1”-ҙе юйып ташламаһынмы!
– Хәҙер ҡарағыҙ инде, был нулдәр бер нәмә аңлатырмы икән? Юҡ, әлбиттә. Кешелеклегегеҙ ҡалмаһа, башҡа сифаттарығыҙ иҫәпкә бар, һанға юҡ!
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.