Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2022, 13:40

Вәсилә Фәттәхова иҫтәлегенә - бүләк йыйылмалары

Киләһе аҙнала Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән йырсы иҫтәлегенә концерттар уҙасаҡ. Унда килеүселәр "Вәсилә Фәттәхова. Туған яҡ" тип аталған бүләк йыйылмалары тәҡдим ителәсәк.

Вәсилә Фәттәхова иҫтәлегенә - бүләк йыйылмалары
Вәсилә Фәттәхова иҫтәлегенә - бүләк йыйылмалары

Бының турала йырсының тормош иптәше Илгиз Абдраҡипов хәбәр иткән.

Фанер һауыт эсендә бал, үлән сәйе һәм В.Фәттәхованың ижады - 63 йыры тупланған флешка һалынған.

Йыйылмалар әҙ эшләнгән, концертҡа барғанда иғтибарлы һәм өлгөр булығыҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: