Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2022, 14:05

Өфө халҡын йорттарынан эвакуациялайҙар?!

Баш ҡала йорттарының ишектәренә ошондай иғландар эленгән.

Өфө халҡын йорттарынан эвакуациялайҙар?!
Өфө халҡын йорттарынан эвакуациялайҙар?!

«23 ғинуар төшкө сәғәт ун икелә һеҙҙең йортта һынау эвакуацияһы үтәсәк. Һеҙгә барлыҡ документтарығыҙҙы алып өйҙән сығырға һәм тәғәйен маршрут буйынса үтергә кәрәк. Бер нисә көн өйҙә булмаясаҡһығыҙ, шуға күрә ишектәрегеҙҙе ныҡлап бикләгеҙ. Барығыҙҙы ла ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында көтәләр. Һеҙгә һәм балаларығыҙға уңайлы шарттар булдырылған», – тиелә ялған иғланда.

Шул уҡ ваҡытта РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында бер ниндәй уҡыуҙар үткәреү планлаштырылмаған. Баҡтиһәң, күптән түгел ошондай иғландар Силәбе ҡалаһында таратылған булған. Унда 30 йәштәрҙәге ирҙәрҙе ҡулға алғандар. Өфөлә иһә тикшереү башланған.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: